Билдәле эйәле һөйләм тураһында төшөнсә биреү, уҡыусыларҙың һөйләү


с. 1

Асыҡ дәрес өлгөһө Билдәле эйәле һөйләм


Тема: Билдәле эйәле һөйләм.

Маҡсат: билдәле эйәле һөйләм тураһында төшөнсә биреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, эстетик тәрбиә биреү, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, шөғөлөнә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, күргәҙмәлелек, компьютер, видеопроектор, электрон дәреслек, таблица.
Дәрес барышы

Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ!

- Уҡыусылар, иң эшһөйәр, иң егәрле йән эйәһен әйтегеҙ әле. Кем икән ул?



(уҡыусылар яуабы)

- Эйе, улар – бал ҡорттары.Әйҙәгеҙ беҙ ҙә бөгөн ошо егәрле, тырыш бал ҡорттары кеүек 45 минут ваҡыт эсендә үҙебеҙҙең барлыҡ белемдәребеҙҙе күрһәтеп, тырышып-тырышып эшләп алайыҡ, белем алайыҡ.

Алдағы дәрестә һеҙ ике составлы һөйләмдәрҙе үттегеҙ. Ошо үткән материалды ҡабатлап, нығытып китеү маҡсатында, мин һеҙгә тестар алып килдем. Әйҙәгеҙ, ошо тест һорауҙарына яуап биреп алайыҡ. Һеҙгә 5 һорау тәҡдим ителә, һәр һорауға 3 яуап бирелгән. Һеҙ, уҡыусылар, дөрөҫ яуапты ғына табып билдәләйһегеҙ.
Бирелгән һөйләмдең төрөн билдәлә.

Таң атты

А) тарҡау һөйләм

Б) йыйнаҡ һөйләм

В) ҡушма һөйләм



Бирелгән һөйләмдең төрөн билдәлә.

Ҡышҡы урман йоҡоға талған
А) тарҡау һөйләм

Б) йыйнаҡ һөйләм

В) ҡушма һөйләм
Бирелгән һөйләмдән аныҡлаусыны тап.

Ябалаҡлап ҡар яуа,

Текә тауҙар өйөлә.

А) ябалаҡлап

Б) тауҙар

В) текә
Бирелгән һөйләмдән тултырыусыны тап.



Мин буранлы көндәрҙе яратам.
А) көндәрҙе

Б) буранлы

В) яратам
Бирелгән һөйләмдән хәлде тап.

Ҡышын урман әкиәт донъяһына әйләнә.
А) әкиәт донъяһына

Б) ҡышын


В) урман
- Ә хәҙер эштәрегеҙҙе иптәшегеҙ менән алмашығыҙ һәм таҡталағы дөрөҫ яуап менән сағыштырып тикшерегеҙ. (Баһа ҡуябыҙ, хатаһыҙ эш – 5, 1 хата – 4, 2 хата – 3, 3 хата – 2).
- уҡыусылар, шулай итеп, ниндәй һөйләмдәр ике составлы һөйләм тип атала?

(уҡыусылар яуабы)

- Ике составлы һөйләмдәрҙең ниндәй төрҙәре бар?



(уҡыусылар яуабы)

Афарин, уҡыусылар, үткән дәресте бик яҡшы аңлағанһығыҙ икән. Ә хәҙер яңы тема менән танышып китәйек. Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

(Дәрестең маҡсатын әйтеү- бөгөн беҙ һеҙҙең менөн билдәле эйөле һөйләмдәр менән танышып, уларҙың һөйләмдәге, телмәрҙәге ролен билдәләрбеҙ).

- Ә хәҙер таҡтаға иғтибар итәйек.Бында һеҙгә 3 һөйләм бирелгән.Ошо һөйләмдәргә синтаксик анализ яһап алайыҡ.


1.Бал ҡорттары сәскәләрҙән хуш еҫле бал йыя.

2.Уларҙың егәрлелегенә һоҡланам.

3.Тырыш бал ҡорттарынан өлгө алып йәшәгеҙ!
- Уҡыусылар, ошо 3 һөйләмдең уртаҡ һәм айырмалы яҡтары нимәлә икән? Был бишлек һорау.Кем дөрөҫ яуап бирә шул уҡыусы 5 аласаҡ.Уртаҡ яғы:3 һөйләмдең дә хәбәр составы бар. Айырмалы яғы: һуңғы 2 һөйләмдең эйәһе юҡ.
- Уҡыусылар, ә хәҙер һуңғы 2 һөйләмгә иғтибар итәйек. Күреүегеҙсә, был 2 һөйләмдең эйә составы юҡ. Ә хәбәрҙәре нисәнсе затта килгән икән?

-Дөрөҫ, 1-се һәм 2-се затта.

- Икенсе, өсөнсө һөйләмдәрҙә эш-хәрәкәтте кем башҡара икән?

Икенсе һөйләмдә эш-хәрәкәтте һөйләүсе үҙе башҡара.

Өсөнсө һөйләмдә эш-хәрәкәтте мине тыңлаусы кеше башҡара.

- Эйе, дөрөҫ, эйәһе бирелмәһә лә, ниндәй һүҙҙең эйә булып килеүен хәбәрҙән белеп була. Бындай һөйләмдәрҙе билдәле эйәле һөйләм тип атайҙар.Әйҙәгеҙ хәҙер электрон дәреслектәге таблицаға иғтибар итәйек. (Электрон дәреслектән ҡағиҙә уҡыу)

Ә хәҙер, китапты асып, ҡағиҙә менә нығыраҡ танышып китәйек. (Китаптан ҡағиҙә уҡыу)

- Шулай итеп, ниндәй һөйләмдәр билдәле эйәле һөйләмдәр тип аталды инде?

(уҡыусылар яуабы)

- Ә хәҙер материалды ныҡлап үҙләштереү маҡсатында беҙ һеҙҙең менән түбәндәге эште башҡарып алайыҡ. Һеҙ бирелгән ике составлы һөйләмдәрҙән билдәле эйәле һөйләмдәр төҙөп яҙығыҙ.


Мин балды бик яратып ашайым.

Шуға ла мин атайыма умарта эшендә ярҙамлашам.

Мин ҡулыма күрөк алып, төтөн өрҙөрәм.

Мин дә үҫкәс, умартасылыҡ менән шөғөлләнергә уйлайым.



(уҡыусылар яуабы)

- Уҡыусылар, эште бик яҡшы башҡарып сыҡтығыҙ. Ә хәҙер шундай һорауға яуап бирегеҙ әле, Һеҙҙеңсә таҡталағы һөйләмдәр матурыраҡмы, әллә һеҙ төҙөгән һөйләмдәрме?



(уҡыусылар яуабы)

- Ысынлап та, һеҙ төҙөгән билдәле эйәле һөйләмдәр матурыраҡ яңғырай.Шулай итеп, нисек уйлайһығыҙ, билдәле эйәле һөйләмдәр ни өсөн кәрәк?



(уҡыусылар яуабы)

- Эйе, билдәле эйәле һөйләмдәр беҙҙең телмәребеҙҙе йыйнаҡ, матур яңғырашлы яһайҙар. Шуға ла кәрәк икән ул.

Һеҙҙең күҙҙәрегеҙ арып киткәндер, шуға ла хәҙер күҙҙәрҙе ял иттереп алайыҡ.

(физминутка)

- Күреүегеҙсә, беҙҙең барлыҡ һөйләмдәр ҙә бал ҡорто менән бәйле булды. Халҡыбыҙҙың был шөғөлө тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ әле шул турала һөйләшеп алайыҡ.

(уҡыусылар яуабы)

- Ысынлап та, ҡортсолоҡ иң килемле, иң табышлы һөнәр булған. Әле лә ул бик күп табыш килтерә. Таҡтаға иғтибар итегеҙ. Слайд күрһәтелә.

-уҡыусылар, әлеге һөйләшеү буйынса билдәле эйәле һөйләмдәр яҙығыҙ.

(бер нисә уҡыусынан һөйләмдәрен уҡытыу)

- Шулай итеп, уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән бөгөн ниндәй тема үттек? Ниндәй һөйләмдәр билдәле эйәле һөйләмдәр тип аталды?

Билдәле эйәле һөйләмдәрҙең роле нимәлә?

(уҡыусылар яуабы)

Баһалау.


Өй эше биреү.

- Бөгөнгө дәрес тамам, һау булығыҙ!





Төбәк – ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2012” конкурсы

с. 1

скачать файл