Башҡортостан республикаһының юнеско эштәре буйынса комитеты


с. 1

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ЮНЕСКО ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА КОМИТЕТЫ

ЮҒАРЫ ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ БУЙЫНСА

ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИҺЫ

«ӨФӨ ДӘҮЛӘТ НЕФТЬ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ»

Информацион хат


Хөрмәтле коллегалар!
Һеҙҙе 2013-сө йылдың 7-8-се декабрендә Өфө дәүләт нефть техник университетында үтәсәк Башҡортостанда III Халыҡ-ара телдәр фестивалендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Телдәр фестивале – шул уҡ исемдәге халыҡ-ара проект ҡыҫаларында ойошторолған, телдәргә, лингвистикаға һәм мәҙәни-ара бәйләнештәргә бағышланған киң мәҙәни-ағартыу сараһы. Әлеге көндә проект Рәсәйҙең (Чебоксар, Ульяновск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Волгоград, Өфө, Ижевск, Калуга, Якутск, Бөйөк Новгород, Пермь, Екатеринбург) һәм сит ил (Киев, Одесса, Бердянск, Ялта, Минск, Тбилиси, Кишинев, Нанкин) ҡалаларында уңышлы тормошҡа ашырыла. Фестиваль ЮНЕСКО яҡлауы аҫтында үткәрелә. Уның төп маҡсаттары – донъя телдәренең күп төрлөлөгөн, һәр береһенең уникаллеген һәм ҡиммәтен күрһәтеү; сит телдәрҙе һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу; глобализация осоронда йәмғиәт тормошоноң мөһим аспекттарының береһе булараҡ мәҙәни-ара бәйленштәр мәсьәләләрен күтәреү. Фестиваль шулай уҡ ҡунаҡтарҙың һәм ҡатнашыусыларҙың тел белемдәрен камиллаштырырға, улар араһында профессиональ һәм мәҙәни бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә.

Фестивалдең төп йөкмәткеһен 30-45 минутлыҡ презентациялар тәшкил итә. Уларҙа тел яңғырашын ишетергә, бер нисә һүҙбәйләнеште ятларға, телдең тарихы һәм структураһы буйынса мәғлүмәттәр менән танышырға, башҡа мәҙәниәт кешеһе менән аралашырға, тәкдим ителгән телдә аралашыуҙың лингвистик-мәҙени үҙенсәлектәрен белергә мөмкин. Презентацияларҙан тыш ҡатнашыу формаһы булараҡ лингвистик конкурстар. тел клубтары, лингвистик концерттар, тел ғилеме буйынса фәһемле лекциялар, мастер-кластар хуплап ҡаршы алына. Сығыштың визуаль формаһы ирекле: плакаттарҙы, стенд йәки аудитория таҡтаһын, PowerPoint программаһын һ.б. ҡулланып була.

Сара һөҙөмтәләре ябыу тантанаһында иғлан ителә. Презентация яһаусылар ҡатнашыу тураһында дипломдар менән һәм төрлө сувенирҙар менән бүләкләнә.

Сара тураһында мәғлүмәтте lingfestrb.ru сайтында табырға мөмкин.

Фестивалдә ҡатнашыу бушлай. Сығыш ваҡыты – 40 минут. Юл, йәшәү һәм туҡланыу сығымдары йүнәлтеүсе яҡ тарафынан ҡаплана. Сит ҡала ҡатнашыусыларына дөйөм ятаҡта урындар бүленәсәк. Йәшәу хаҡы тураһында һуңыраҡ айырым хәбәр ителәсәк. Ғаризалар 2013-сө йылдың 18-се ноябренә тиклем ҡабул ителә. Килеп тыуған һорауҙар һәм ғаризалар менән түбәндәге электрон почта адрестары буйынса мөрәжәғәт итергә һорайбыҙ: oftrk@mail.ru һәм mir-lina@yandex.ru.

Һеҙҙе һәм коллегаларығыҙҙы уртаҡ тел байрамыбыҙҙа күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ! ☺



Ихтирам менән,

Телдәр фестивале оргкомитеты
Фестивалдә ҡатнашыусының теркәү формаһы





Фамилия, исем, атаһының исеме






Сығыш темаһы




3.

Эш йәки уҡыу урыны




4.

Вазифаһы




5.

Йәшәгән ҡалаһы




6.

Бәйләнеш өсөн телефон




7.

Электрон почта адресы




8.

Йәшәү урынын алдан теркәп ҡуйыу кәрәклеге




9.

Сығыш өсөн махсус техник сараларҙың кәрәклеге




10

Килеү һәм китеү даталары

(сит ҡалаларҙан ҡатнашыусылар өсөн)






с. 1

скачать файл